-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яҙмыштары – сикһеҙ батырлыҡ

Бөгөн Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында VII Гражданлыҡ форумы уҙҙы. Сараның оло бер майҙансығы – “Сикһеҙ мөмкинлекле кешеләр” тигән кейс-сессия республикабыҙҙа иғлан ителгән “Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек” йылына арналды.

Яҙмыштары – сикһеҙ батырлыҡ
Яҙмыштары – сикһеҙ батырлыҡ

Бөгөн Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында VII Гражданлыҡ форумы уҙҙы. Сараның оло бер майҙансығы – “Сикһеҙ мөмкинлекле кешеләр” тигән кейс-сессия республикабыҙҙа иғлан ителгән “Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек” йылына арналды.

Яҙмыш әйтеп бөткөһөҙ һынауҙар ҡуйһа ла, рухтары һынмаған, тормошта үҙ урынын тапҡан, һыҙланыуҙарын еңеп, маҡсатына табан барған кешеләр күп ине был сарала. Сығыш яһаусы йәмәғәт эшмәкәрҙәре – Санкт-Петербургтан килгән ҡунаҡ, тележурналист Юрий Кузнецов, Өфө ҡалаһы “Мир” инвалидтар ойошмаһы рәйесе Владимир Горбунов, Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты Айгөл Ибраһимова, “Сиге булмаған йорт” коммерция булмаған ойошмаһы етәксеһе Регина Сафронова, “Уник-Арт” клубын ойоштороусы Гөлнара Нафикова һәм башҡаларҙың яҙмышы – сикһеҙ батырлыҡ.

Майҙансыҡта һаулыҡтары сикле кешеләрҙең мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыу хаҡында эшлекле һөйләшеү барҙы. Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова республикабыҙҙа ғәмәлгә ашырылыусы инклюзив проекттар, реабилитациялау программалары хаҡында бәйән итте. Инвалидтарҙы эш менән тәьмин итеүгә айырыуса баҫым яһаны. Мәҫәлән, был мәсьәләгә комплекслы ҡараш ғәмәлгә ашырыласаҡ Мультиүҙәкте ноябрь айында асыу күҙҙә тотола, тине ул. Тиҙҙән Өфөлә пилот режимында социаль такси эшләй башлаясағын әйтеп үтте.

“Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек” йылында Башҡортостанда бик күп етди саралар планлаштырылған һәм улар эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыла бара, тип билдәләнде һөйләшеүҙә.

Юлай Кәримов фотолары.

Сығанаҡ: Башҡортостан ҡыҙы

 

Яҙмыштары – сикһеҙ батырлыҡ
Яҙмыштары – сикһеҙ батырлыҡ
Яҙмыштары – сикһеҙ батырлыҡ
Читайте нас: