+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
10 Октябрь , 15:10

Тәғәйенләнгән социаль түләүҙәр һәм ташламалар тураһында нисек белергә

Тәғәйенләнгән социаль түләүҙәр һәм ташламалар тураһында белер өсөн Дәүләт хеҙмәттәренән өҙөмтә алырға мөмкин: vk.cc/cC8dq7.

Унда:
- һәр түләүҙең күләме;
- тәғәйенләнгән ваҡыты;
- түләүҙең ҡабатланыуы (айлыҡ йәки бер тапҡыр бирелә торған икәне) күрһәтелә.

Документты:
- һуңғы 6 ай, 1 йәки 2 йыл;
- аныҡ бер осор өсөн һоратып алырға мөмкин.

Ғаризаны рәсмиләштергәндән һуң өҙөмтә Дәүләт хеҙмәттәрендәге шәхси кабинетҡа килә. Документты күсереп, баҫтырып алырға йәки электрон почта аша ебәрергә була.

Социаль фондтың Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһенең берҙәм бәйләнеш үҙәге телефоны: 8-800-100-00-01.

Шылтыратыуҙар:
- дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем — сәғәт 9:00-ҙан 18:00 сәғәткә тиклем;
- йома — сәғәт 09:00-ҙан 16 сәғәт 45 тиклем ҡабул ителә.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: