-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
30 Сентябрь , 12:59

Аш-һыу бүлмәһендә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре

Төшкө аш әҙерләү тән йәрәхәттәренә һәм тән бешеүгә килтермәһен өсөн аш-һыу бүлмәһендә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ.

- Ҡабыҙылған плитәне ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.

- Таҫтамал һәм башҡа сепрәк әйберҙе тоҡанған конфоркаларҙан алыҫ тотоғоҙ.

- Кухняла аэрозолдәр менән ҡулланмағыҙ.

- Шаршауҙы плитәнән ситкә этәрегеҙ.

- Плитәне һәм духовканы ваҡытында таҙартығыҙ — мәҫәлән, түгелгән майҙың янып китеүе ихтимал.

- Бешеренгәндә сәсегеҙҙе йыйығыҙ.

- Оҙон еңле кейем кеймәгеҙ.

- Таймаҫ өсөн иҙән ҡоро һәм таҙа булырға тейеш.

- Оҙон тотҡалы һауыт-һабаны уларға эләгеп төшөрөп ебәрмәҫлек итеп урынлаштырығыҙ.

- Электр приборҙары шнурҙарын тикшерегеҙ – сымдары күренеп тормаһын.

- Электр приборҙарын ҡоро ҡул менән генә ҡабыҙырға һәм һүндерергә мөмкин.

- Осло әйберҙәр менән һаҡ булығыҙ. Сәнсеүсе һәм ҡырҡыусы әйберҙәрҙе тотҡаһын алға ҡаратып бирергә кәрәк.

Ошо ҡағиҙәләрҙе балаларығыҙға аңлатығыҙ.

Ашығыс оператив хеҙмәттәрҙе саҡырыу өсөн берҙәм номер – 112.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: