Түләү Рәсәйҙә кешеләргә 12 айға тәғәйенләнә һәм ғариза нигеҙендә оҙайтыла.
Кем пособие алырға мөмкин?
- йөклөлөктөң 12 аҙнаһына тиклем иҫәпкә торған йөклө ҡатындар;
- тыуғандан алып 17 йәшкә тиклемге баланың ата-әсәһенең (уллыҡҡа алыусыларҙың, опекундарҙың) береһе.
Ғаилә иҫәбенә кемде индерәләр?
- ғариза биреүсе — йөклө ҡатын, 17 йәшкә тиклемге баланың ата-әсәһе, опекуны йәки попечителе;
- ғариза биреүсенең ире йәки ҡатыны;
- 18 йәшкә тиклемге балалар, шул иҫәптән опекаға алынғандар һәм, көндөҙгө бүлектә уҡыһалар һәм никахта тормаһалар, 23 йәшкә тиклемге балалар.
Килемегеҙҙе баһалау һәм кәрәкле документтар йыйыу өсөн Рәсәй Социаль фондынан чек-ҡағыҙ менән файҙалана алаһығыҙ: vk.cc/cBpd6D.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан