-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
26 Сентябрь , 16:14

Юғары хәүефле ҡалдыҡтар: улар менән нимә эшләргә?

Ҡулланылған терегөмөшлө лампалар, градусниктар һәм туҡланыу элементтары — махсус әйләнеш талап иткән юғары хәүефле ҡалдыҡтар. Уларҙы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар (ТКО) өсөн тәғәйенләнгән контейнерҙарға ташларға ярамай.

Хәүефле ҡалдыҡтарҙы нисек дөрөҫ утилләштерергә?

1. Ҡулланылған лампаларҙы, градусниктарҙы һәм батарейкаларҙы идарасы компаниялар йәки махсуслашҡан ойошмалар урынлаштырған экобокстарға тапшырырға кәрәк.

2. Экобокстар ҡуйылған урындарҙы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар тупланған урындар картаһында ҡарағыҙ – улар ҡыҙғылт-һары тамға менән билдәләнгән. Шулай уҡ уларҙың ҡайҙа урынлашыуын онлайн-карталарҙа табырға мөмкин.

Батарейкалар йыйыу өсөн ҡуйылған контейнерҙар тураһындағы мәғлүмәтте ошонда табырға мөмкин: vk.cc/auGAUb.

Өфөлә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар тупланған урындар картаһы: vk.cc/cBlw4H.

Шулай уҡ уҡығыҙ:

▫ Терегөмөшлө градусник ватылһа, нимә эшләргә?

▫ Сүп-сарҙы ваҡытында сығармаһалар, нимә эшләргә?

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: