-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
26 Сентябрь , 14:37

Балалар баҡсаһына әсәлек капиталы менән нисек түләргә?

Әсәлек капиталын файҙаланыуҙың тағы бер ысулы — балалар баҡсаһына түләү. Ҡайһы баланың баҡсаға йөрөүе – сертификат тәғәйенләнгән баламы йәки уның ағаһы-ҡустыһы йә апаһы-һеңлеһеме – мөһим түгел.

Балалар баҡсаһында өҫтәмә түңәрәктәр һәм секциялар, мәҫәлән, сәнғәт йәки спорт секциялары булһа, улар өсөн дә әсәлек капиталы ярҙамында түләргә мөмкин.

Нисек түләргә?
- Һеҙ һайлаған балалар баҡсаһының белем биреү эшмәкәрлегенә лицензияһы булыуын «Рособрнадзор» сайтында тикшерегеҙ (vk.cc/cb5Q29).
- Әгәр барыһы ла тәртиптә икән, уның менән килешеү төҙөгөҙ. Документта йәки уға өҫтәмә килешеүҙә әсәлек капиталы иҫәбенән түләүегеҙҙе билдәләгеҙ.
- Ошо хаҡта Социаль фондтың клиенттар хеҙмәтенә йәки Күп функциялы үҙәккә ғариза бирегеҙ.

Шулай уҡ Дәүләт хеҙмәттәре менән файҙаланырға мөмкин:
* «Әсәлек капиталы менән идара итеү» бүлеген табығыҙ;
* «Баланың белем алыуы» тигән ҡушымтаға күсегеҙ;
* белем биреү ойошмаһының «Балалар баҡсаһы» категорияһын һайлағыҙ;
* үҙегеҙгә ниндәй хеҙмәт кәрәклеген күрһәтегеҙ: әгәр балалар баҡсаһына йөрөү булһа — «Күҙәтеү һәм тәрбиә», әгәр түңәрәк йәки секция булһа — «Белем биреү хеҙмәттәре»;
* ғариза тултырығыҙ һәм «Ебәрергә» төймәһенә баҫығыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: