-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
23 Сентябрь , 15:55

«Атайлыҡты таныу» милли премияһы

2024 йылдың 10 октябренә тиклем «Атайлыҡты таныу» милли премияһында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә.

Премияла Башҡортостанда йәшәгән һәм мәҙәни, мәғариф һәм социаль башланғыстарҙы уңышлы тормошҡа ашырған, Рәсәйҙең рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен үҫтереүгә өлөш индергән һәм конкурста ҡатнашыу теләге булған һәр атай кеше ҡатнаша ала.

Нисек ғариза бирергә?
1. [email protected] электрон почтаһына яҙығыҙ. Һеҙгә тултырыу өсөн документтар ебәрерҙәр.
2. Документ формаларын тултырып, шул уҡ электрон почтаға ебәрергә.

Премия номинациялары:
- «Әҙәби мираҫ»;
- «Художестволы ижад»;
- «Музыка һәм бейеү»;
- «Кино һәм театр»;
- «Демография һәм мәҙәниәт өлкәһендә ғилми хеҙмәттәр һәм тикшеренеүҙәр»;
- «Заманса ҡараш»;
- «Дәүләт ҡарашы»;
- «Муниципаль ҡараш»;
- «Киләсәк тәрбиәсеһе»;
- «Уҡытыусы-остаз»;
- «Киләсәк фекерләүсеһе».

Премия лауреаттарын бүләкләү тантанаһы 2024 йылдың 18 октябрендә Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһында үтәсәк.

Тулыраҡ — премияның рәсми сайтында: vk.cc/cB2FbA.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: