+9 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
3 Июнь , 12:57

Мутлашыусылар хәрбиҙәрҙе һәм уларҙың яҡындарын алдап маташа

Хәҙер хәрбиҙәргә һәм уларҙың яҡындарына ла мутлашыусыларҙан шылтыратыуҙар килә һәм уларҙан хәбәр ала. Алдаусылар аҡсаны «хәүефһеҙ иҫәп» ярҙамында һаҡлап ҡалырға тәҡдим итә.

Енәйәтселәр, бер тапҡыр бирелә торған 195 мең һумлыҡ түләүҙе дисциплинар яза йәки хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә ҡағиҙә боҙған өсөн тотоп ҡаласаҡтар, тип ышандыра.

Әйткәндәрен раҫлау өсөн аферистар Рәсәй Оборона министрлығының финанс тәьминәте департаменты бойороғонан ялған «күсермә» ебәрә.

Кеше аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡмаһын өсөн, улар аҡсаны «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерергә тәҡдим итә. Сумманы кире ҡайтарырға вәғәҙә итәләр, әлбиттә, әммә һуңынан юғалалар.

Мутлашыусыларҙан нисек һаҡланырға?

— Әгәр шылтыратыусының кем икәнен белмәйһегеҙ икән, трубканы һалығыҙ.
— Онотмағыҙ: «хәүефһеҙ иҫәптәр» юҡ. Байыу маҡсатында мутлашыусылар ҡорбандарға үҙ иҫәптәренең реквизиттарын бирә.
— Бөтә аҡса мәсьәләләре буйынса үҙ банкығыҙға мөрәжәғәт итегеҙ. Телефонды банктың рәсми сайтында һәм банк картаһында табырға мөмкин.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: