-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
22 Май , 13:45

Башҡортостанда балалар лагерҙарына путевкалар һатып алыуға ниндәй ташламалар бар?

Башҡортостанда йәшәүсе ата-әсәләр балаларына лагерҙарға ташламалы путевка алырға мөмкин. Ниндәй ташламалар бирелә һәм уларҙы нисек юлларға?

1. Республикала каникул осорона билдәләнгән юллама хаҡының 70 процентын тәшкил иткән сертификат.

2024 йылда сертификат хаҡы йәйге каникул осорона - 17 493 һум, көҙгө, ҡышҡы һәм яҙғы каникулдар осорона 8 360 һум тәшкил итә. Ҡалған сумманы ата-әсә иҫәп-хисап иҫәбенә йәки лагерь кассаһына индерә.

Сертификат алыу өсөн ата-әсәгә (баланың законлы вәкиленә):

- «Башҡортостан Республикаһында йәшәгән һәм ял, һауыҡтырыу хеҙмәттәренә мохтаж һәм улар менән файҙаланған балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе иҫәпкә алыу» дәүләт мәғлүмәт системаһында теркәлергә: vk.cc/cwSLaw;
- реестрға индерелгән һәм республика биләмәһендә урынлашҡан ҡала ситендәге үҙегеҙ теләгән лагерға сертификат алыуға ғариза бирергә кәрәк.

Ниндәй документтар кәрәк буласаҡ?

- бала тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтың (әгәр бала 14 йәшкә еткән булһа, паспорттың) күсермәһе;
- уҡыу урынынан белешмә;
- мәғлүмәтте эшкәртеүгә ризалыҡ;
- ғариза биреүсенең паспорт күсермәһе.

Ғаризаны раҫлатыу өсөн баланың уҡыған урыны буйынса белем биреү бүлегенә мөрәжәғәт итеү зарур.

Әгәр:

- бала Башҡортостандың дөйөм белем биреү ойошмаһында белем алһа;
- уның йәше -15 йәшкә тиклем булһа;
- лагерь ошондағы реестрҙа vk.cc/cwSLVQ торһа, сертификат бирелә.

Смена оҙайлығы - йәйге каникул осоронда 21 көн һәм көҙгө, ҡышҡы, яҙғы каникулдар осоронда кәм тигәндә 7 көн.

2. Бушлай путевкалар.

Уларҙы түбәндә күрһәтелгәндәр алырға мөмкин:

- етем балалар һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар;
- аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар;
- ҡораллы һәм милләт-ара бәхәстәр, экологик һәм техноген һәләкәттәр, тәбиғәт афәттәре ҡорбаны булған балалар;
- ҡасаҡ һәм мәжбүри күскенсе ғаилә балалары;
- экстремаль шарттарҙа ҡалған балалар;
- көс ҡулланыу ҡорбаны булған балалар;
- килеп тыуған шарттар арҡаһында тормош эшмәкәрлеге боҙолған һәм уларҙы үҙаллы йәки ғаилә ярҙамында еңеп сыға алмаған балалар.

Ата-әсәләргә (законлы вәкилдәргә) йәшәү урыны буйынса мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Ниндәй документтар кәрәк буласаҡ:

- ғариза биреүсенең шәхесен раҫлаусы документ;
- бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ йәки уның паспорты;
- уллыҡҡа алыу, баланы опекаға (попечителлеккә) йәки ғаиләгә тәрбиәгә алыу фактын раҫлаған документтар (кәрәк булғанда);
- ғаиләне аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһына индереүҙе раҫлаусы белешмә (кәрәк булғанда);
- ышаныс ҡағыҙы — вәкәләттәре ышаныс ҡағыҙы менән билдәләнгән кеше өсөн;
- шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ.

Ташлама менән календарь йылында бер тапҡыр файҙаланырға була.

3. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына бушлай путевкалар.

Уларҙы 15 йәшкә тиклемге балалар алырға мөмкин.

Был путевкалар Республикалағы профилле сменалар сиктәрендә ҡулланыла. Сменалар реестрға индерелгән лагерҙарҙа 7 көндән дә кәм булмаған, әммә 14 календарь көндән артыҡ булмаған ваҡыт эсендә ойошторола: vk.cc/cwSLVQ.

Путевка алыу өсөн ата-әсәгә (законлы вәкилгә):

- әгәр бала муниципаль дөйөм белем биреү ойошмаһында белем алһа, йәшәгән урын буйынса мәғариф бүлегенә;
- бала дәүләт дөйөм белем биреү ойошмаһында уҡыһа, Башҡортостан Республикаһының Өҫтәмә белем биреү буйынса төбәк методика үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Ниндәй документтар кәрәк:

- ғариза (форма мәғариф бүлегендә бар);
- ата-әсәнең (законлы вәкилдең) шәхесен раҫлаусы документ;
- бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ йәки уның паспорты;
- опека йәки попечителлек билдәләүҙе раҫлаған документ (кәрәк булғанда);
- ата-әсәнең береһенең (законлы вәкилдең) хәрби операцияла ҡатнашыуын раҫлаған белешмә йәки башҡа документ;
- баланың уҡыған урынынан белешмә.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: