+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
26 Февраль , 09:49

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың балалары юғары уҡыу йортона айырым квота буйынса уҡырға инә ала. «Ҡабул итеү кампанияһы – 2024»

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың балалары юғары уҡыу йортона айырым квота буйынса уҡырға инә ала – квота һәр йүнәлеш буйынса бюджет урындарының дөйөм күләменең 10 процентын тәшкил итә.

Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин 2024 йылдың 20 февралендә БЮТ телеканалында үткән «Ҡабул итеү кампанияһы – 2024» брифингында ошо хаҡта белдерҙе.

Түбәндә һанап үтелгәндәр ташлама ярҙамында юғары уҡыу йортона имтихандарһыҙ (ижади һәм һөнәри йүнәлештәге өҫтәмә һынауҙарҙан тыш) уҡырға инергә мөмкин:

• Рәсәй Федерацияһы геройҙары һәм уларҙың балалары;
• өс Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән кешеләр һәм уларҙың балалары;
• ата-әсәһе махсус хәрби операция барышында һәләк булғандарҙың йәки имгәнгәндәрҙең (яраланған, йәрәхәт йә контузия алған), сирләгәндәрҙең балалары.

Эфирҙың тулы яҙмаһын ошонда ҡарағыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: