-19 °С
Болытлы
Бөек Җиңүгә - 80 ел
Барлык яңалыклар
26 февраль 2024, 10:32

Әгәр ата-әсәнең береһе эшкә сыҡһа, инвалид баланы ҡарау буйынса түләү һаҡланамы?

Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе белгестәре яуап бирә.

2024 йылдың 1 ғинуарынан 11 500 һум күләмендә (Урал коэффициенты менән) компенсация алыуҙа яңы ҡағиҙәләр ғәмәлдә. Түләү инвалид бала йәки I-се төркөм инвалидын тәрбиәләүселәргә тейеш.

Түләүҙе эшкә һәләтле ата-әсәләрҙең йәки опекундарҙың береһе алырға мөмкин. Ул:
• эшләмәҫкә;
• тулы булмаған эш көнөнә (тулы булмаған эш аҙнаһына) эшкә урынлашҡан, шул иҫәптән дистанцион рәүештә йәки өйҙән эшләгән булырға тейеш.

Түләүҙе Дәүләт хеҙмәттәре аша (vk.cc/cuQm1p) һәм йәшәгән урын буйынса Социаль фондтың клиент хеҙмәттәрендә юлларға мөмкин.

Берҙәм бәйләнеш үҙәге телефоны буйынса социаль һәм пенсия тәьминәте мәсьәләләре буйынса консультация алырға мөмкин: 8-800-1000001 (шылтыратыу бушлай).

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: