-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
30 Ғинуар , 16:12

Нисек ер тураһындағы ҡануниәтте боҙмаҫҡа?

"Росреестр"ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре аңлата.

Киң таралған закон боҙоуҙар — ер участкаһын йәки уның өлөшөн үҙ белдегең менән биләү, ер участкаһын хоҡуҡһыҙ файҙаланыу, ер участкаһын маҡсатлы тәғәйенләнеше буйынса ҡулланмау.

Ер тураһындағы законды нисек боҙмаҫҡа?
• Ер участкаһына эйә булыу йәки уны файҙаланыу хоҡуғын раҫлаусы документтарығыҙҙың булыу-булмауын, ер участкаһы ҡуртымға алынған икән, килешеүҙең ғәмәлдә булыу ваҡытының үтеү-үтмәүен тикшерергә.
• Хужалыҡта ҡулланылған утын, төҙөлөш һәм башҡа материалдарҙың буш биләмәлә һәм күршеләрҙең участкаһында түгел, ә үҙегеҙҙең ер участкаһы сиктәрендә булыуына инанырға.
• Ерҙе ғәмәлдә файҙаланыу майҙанының ер участкаһы документтарына (карталарға, схемаларға, пландарға, таныҡлыҡтарға, ер участкаһының кадастр паспортына йәки кадастр күсермәһенә), шулай уҡ Асыҡ кадастр картаһындағы мәғлүмәттәргә тап килеү-килмәүен тикшерергә.

Тикшереүҙәрҙән һуң "Росреестр" телефон, видеоэлемтә аша йәки шәхси ҡабул итеү ваҡытында консультация үткәрә. Әгәр иҫкәртеү яһалғандан һуң билдәләнгән ваҡытта закон боҙоу бөтөрөлмәһә һәм объектив сәбәп буйынса оҙайтылмаһа, штраф ҡаралған.

Участкаларҙы үҙ белдегең менән файҙаланған өсөн - кәмендә 5 мең, маҡсатһыҙ файҙаланған өсөн кәмендә 10 мең һум штраф ҡаралған. Әгәр штраф тәүге 20 көндә түләнһә, ҡағиҙә боҙоусы яртыһын түләргә хоҡуҡлы. Бер нисә төр хоҡуҡ боҙоу асыҡланһа, мәҫәлән, үҙ белдегең менән ер участкаһына хужа булыу һәм уны маҡсатһыҙ ҡулланыу — был осраҡта бер генә, әммә ҡатыраҡ яза ҡулланыла.

Башҡортостанда йәшәүселәр махсус сервис аша "Росреестр"ҙың республика буйынса идаралығы белгестәренән консультация алыу мөмкинлегенә эйә: vk.cc/cmhu4F

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: