+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
16 Ғинуар , 10:47

Берҙәм пособие тәғәйенләүҙә үҙгәрештәр

Балаларға берҙәм пособие тәғәйенләү ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индерелде. Документтың ҡайһы бер положениелары ғәмәлдә, башҡалары 2024 йылда эшләй башлаясаҡ. Пособие тәғәйенләү ҡағиҙәләре нисек үҙгәрәсәк – Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе белгестәре аңлата.

Ниндәй положениелар үҙ көсөнә инде:

Үҙмәшғүлдәр, әгәр эш хаҡы йылына 2 минималь эш хаҡы күләменән артһа, пособие юллай ала, шул уҡ ваҡытта был осорҙа килем тик үҙмәшғүллектән генә килергә һәм эшкә урынлашмауҙың объектив сәбәптәре булмаҫҡа тейеш. Әгәр үҙмәшғүллек 12 ай буйына килем килтермәһә, минималь эш хаҡының 2 минималь күләме тигән шарт пропорциональ рәүештә кәметелә.

2024 йылдың 1 июненән ниндәй үҙгәрештәр ғәмәлдә буласаҡ:

Алимент иҫәпләүҙең яңы тәртибе — әгәр ата-әсә алименттың күләме тураһында үҙ-ара һөйләшеп килешһә, дөйөм килем итеп алимент алыусы үҙе күрһәткән сумманы иҫәпкә аласаҡтар. Әммә ул дәүләт тарафынан билдәләнгән сумманан кәм булмаҫҡа тейеш:
– бер балаға - минималь эш хаҡының 1/4 күләме;
– ике балаға - минималь эш хаҡының 1/3 күләме;
– өс һәм унан күберәк балаға - минималь эш хаҡының 1/2 күләме.

Алиментты суд билдәләгән осраҡта, ысынбарлыҡта түләнгән аҡса иҫәпкә алынасаҡ. Социаль фонд мәғлүмәтте Федераль суд приставтары хеҙмәтенән аласаҡ.

Пособие тәғәйенләгәндә түбәндәге килемдәр иҫәпкә алынмай:
- уҡыуҙан буш ваҡытта эшләгән осраҡта, балиғ булмаған балаларҙың эш хаҡы;
- «Герой-әсә» исеме, «Ата-әсә даны» ордены йәки миҙалы менән бергә түләнә торған түләүҙәр;
- опекалағы балалар исеменә килгән номиналь вкладтар буйынса проценттар. Бындай вкладтарға алименттар һәм тәрбиәгә алынған балаға түләүҙәр, шулай уҡ ул мираҫ итеп алған аҡса инә.

Берҙәм пособиены нисек юлларға — ошонда ҡарағыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: