-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
12 Ғинуар , 11:29

Әсәлек капиталында үҙгәрештәр

2024 йылдың 1 ғинуарынан әсәлек капиталын алыу тәңгәлендә үҙгәрештәр ғәмәлгә инде.

1) Хәҙер әсәлек капиталын бала тыуған йәки баланы уллыҡҡа алған ваҡытта Рәсәй гражданлығы булған кешеләр генә алырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта, бала тыуғандан алып Рәсәй гражданы була.

2) Түбәндәге осраҡтарҙа бала тыуған көнөнән Рәсәй гражданлығы ала:
– ата-әсәһе йәки берҙән-бер атаһы йә әсәһе Рәсәй гражданлығына эйә булһа;
– ата-әсәнең береһе - Рәсәй гражданы, икенсеһе гражданлығы булмаған кеше булһа;
– ата–әсәнең береһе Рәсәй гражданлығына эйә, ә икенсеһе сит ил гражданы булһа (шул уҡ ваҡытта бала беҙҙең илдә йәки сит илдә тыуа, әммә тыуғандан һуң икенсе дәүләт гражданлығын алмай).

3) Бөтә ата-әсәләр ҙә аҡсаны тупланма пенсияны формалаштырыуға йүнәлтә ала. Яңы закон әсәләре мәрхүм булғандан һуң ике йәки унан күберәк бала тәрбиәләгән йәки берҙән-бер уллыҡҡа алыусы булған атайҙарға йәки уллыҡҡа алыусыларға шундай хоҡуҡ бирә.

4) Түбәндә күрһәтелгән осраҡтарҙа әсәлек капиталы аҡсаһына таунхаустар йәки торлаҡ бүлмәләре булған башҡа капиталь объекттар төҙөргә йәки реконструкцияларға мөмкин:
- уларҙың ер участкаһына айырым сығыу юлы булырға тейеш;
- торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн майҙанды арттырыу мөмкинлеге булырға тейеш.

Февралдә әсәлек капиталы ысынбарлыҡтағы инфляция буйынса индексациялана. 2024 йылдың 1 февраленән ул 7,5 процентҡа артасаҡ һәм:
– тәүге балаға – 630 967,72 һум;
– икенсе балаға 833 800,37 һум тәшкил итәсәк.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: