+9 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
12 Ғинуар , 14:31

Эшһеҙ кешеләрҙең балаларына ниндәй пособиелар тейеш?

Әгәр бала тәрбиәләгән осорҙа эшһеҙ ҡалһағыҙ, балалар пособиеһы менән файҙалана алаһығыҙ.

- Бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған түләү.

Уны ата-әсәнең береһе генә ала. Бының өсөн бала тыуғандан һуң алты айҙан да һуңға ҡалмайынса мөрәжәғәт итеү мөһим. Аҡса ата-әсә эшкә урынлашмаған осраҡта ғына түләнә. 2024 йылдың ғинуарында пособие күләме - 26 345,38 һум. Пособие йыл һайын 1 февралдән индексациялана.

- Түбән килемле ғаиләләр өсөн берҙәм пособие.

Йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан артмаған (Башҡортостанда 2024 йылда – 13753 һум) ғаиләләр берҙәм пособие алырға мөмкин. Ғаилә мохтажлыҡты комплекслы баһалауҙың башҡа критерийҙары буйынса үтһә генә пособие тәғәйенләнә (vk.cc/csUaKW).

Пособие күләме балаға тәғәйенләнгән йәшәү минимумының 50, 75 йәки 100 процентын тәшкил итә.

- 1,5 йәшкә тиклем бала ҡарау буйынса пособие.

Уны мохтажлыҡты комплекслы баһалау һөҙөмтәләре буйынса, берҙәм пособие иҫәпләгәндәге критерийҙар буйынса тәғәйенләйҙәр.

Комплекслы баһалау түбәндәге осраҡтарҙа башҡарылмай:
- йөклөлөк, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса отпуск йәки бала ҡарау буйынса отпуск осоронда ойошманы бөтөрөүгә бәйле эштән бушатҡан осраҡта;
- колледжда йәки юғары уҡыу йортонда көндөҙгө бүлектә уҡыған осраҡта.

Эшләмәгән граждандар балаға 1,5 йәш тулғансы минималь күләмдә - 9880,19 һум пособие ала (йыл һайын 1 февралдән индексациялана). Әммә, предприятиены бөтөрөүгә бәйле әсә кешене эштән бушатһалар, уға уртаса эш хаҡының 40 проценты түләнә, шул уҡ ваҡытта, пособие 19 760,38 һумдан артмаҫҡа тейеш.

Түләүҙәрҙе юллау өсөн Дәүләт хеҙмәттәре, Күп функциялы үҙәк йәки Социаль фондтың клиент хеҙмәте аша ғариза бирергә мөмкин.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: