+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
11 Ғинуар , 13:37

Капиталь ремонт өсөн түләүҙәр буйынса бурыс хаҡында ҡайҙан белергә

Капиталь ремонт өсөн түләүҙәр буйынса бурыс хаҡында ҡайҙан белергә – Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты белгестәре яуап бирә.

«Башҡортостан Республикаһында күп фатирлы йорттарҙа дөйөм милекте капиталь ремонтлау буйынса төбәк операторы» коммерцияға ҡарамаған ойошма фондының рәсми сайтында "Бурысыңды табыу» сервисы эшләй.

Был бүлектә милекселәре өс айҙан ашыу иғәнә түләмәгән биналар тураһында мәғлүмәт бирелә. Сервистағы мәғлүмәт ай һайын яңыртыла.

Бурысығыҙ бармы-юҡмы икәнен күрһәтелгән һылтанма буйынса тикшерергә мөмкин – vk.cc/ctNEe8.

Шулай уҡ түбәндәгеләр хаҡында уҡығыҙ:

 Күп фатирлы йортто ҡасан ремонтлауҙары тураһында ҡайҙан белергә?

 Капиталь ремонт өсөн аҡсаны нисек ҡайтарырға?

 «Дәүләт хеҙмәттәре. Йорт» мобиль ҡушымтаһы

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: