+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
10 Ғинуар , 16:12

Махсус хәрби операция ветерандары һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре өсөн ярҙам поезы Нефтекама ҡалаһына юллана

2024 йылдың 12 ғинуарында махсус хәрби операция ветерандары һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзалары өсөн «Ярҙам поезы» Нефтекама ҡалаһына юллана.

Консультациялар үткәреү ваҡыты: сәғәт 11-ҙән 14:00 сәғәткә тиклем.

Адресы: Ленин урамы, 23-сө йорт (Балалар һәм йәштәр өсөн ижад һарайы).

Мохтаждарға йәшәү урыны буйынса тейешле социаль һәм юридик ярҙам күрһәтеү маҡсатында ярҙам акцияһын «Ватан һаҡсылары» фонды филиалы ойоштора. Осрашыуҙа шулай уҡ психологтар, нотариустар, банк хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа белгестәр консультация үткәрә.

Нефтекама, Ағиҙел ҡалаларында, Краснокама һәм Ҡалтасы райондарында, шулай уҡ яҡын-тирәләге муниципалитеттарҙа йәшәүселәрҙең консультация алыу мөмкинлеге бар.

Алдан яҙылыу талап ителмәй.

Өҫтәмә һорауҙар менән 8 (347) 268-01-02 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәге махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә төбәк ярҙам саралары буйынса чат-бот әҙерләне. Унда түләүҙәр һәм ташламалар тураһында тулы мәғлүмәт табырға мөмкин: vk.cc/cpMRvx/.

«Ватан һаҡсылары» фонды Рәсәй Президенты Владимир Путиндың бойороғо нигеҙендә ойошторолдо.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: