+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 Ғинуар , 15:47

2024 йылдың 1 ғинуарынан ниндәй закондар үҙ көсөнә инә?

2024 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә ингән закондар тураһындағы яҙманы дауам итәбеҙ. Башы – алдағы яҙмала.

Оҙайлы һаҡлыҡ программаһы – https://vk.cc/csmokp

2024-2026 йылдарҙа Дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтары менән оҙайлы һаҡлыҡ килешеүе төҙөгән һәм йылына кәмендә 2 000 һум иғәнә түләгән кешеләр өс йыл дауамында дәүләттән өҫтәмә финанс ярҙамы алырға мөмкин.

Кеше үҙенең биометрик мәғлүмәттәрен Дәүләт хеҙмәттәре ярҙамында Берҙәм биометрик системала урынлаштырыуға һәм эшкәртеүгә ризалыҡ бирергә һәм ризалыҡты кире алырға мөмкин – https://vk.cc/ctMjh7

Бушлай юридик ярҙам алыу хоҡуғына эйә булған кешеләр нотариус тарафынан раҫланған ышаныс ҡағыҙы өсөн пошлина түләүҙән азат ителәсәк. Ышаныс ҡағыҙы нигеҙендә судтарҙа, башҡа органдарҙа һәм ойошмаларҙа граждан исеменән сығыш яһарға була – https://vk.cc/ctMjyM

Социаль ярҙам алыуҙың берҙәм критерийҙары ғәмәлгә ашырыла башлаясаҡ – https://vk.cc/ctMjMH

Йән башына уртаса килемде иҫәпләгәндә ғаилә составына индерелмәйәсәк кешеләр исемлеге киңәйә. Дәүләт хеҙмәттәре аша ярҙам тәғәйенләү тураһында ғариза бирергә мөмкин.

Ирекмәндәргә ярҙам сараларының аныҡ исемлеге нығытыла – https://vk.cc/ctMjPe

Ирекмәндәргә эшмәкәрлек алып барыу өсөн кәрәк буласаҡ медицина хеҙмәттәренә һәм уҡыуға киткән сығымдар түләнәсәк. Күкрәккә тағыла торған берҙәм билдә барлыҡҡа киләсәк. Ирекмәнлек эшмәкәрлеге маҡсаттары киңәйә.

Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн ҡабаттан бушлай һөнәри белем алыу – https://vk.cc/ctMjUE

Улар эшсе йәки хеҙмәткәр һөнәре буйынса уҡый ала. Етемдәргә уҡыу әсбаптары һәм яҙыу кәрәк-ярағы һатып алыуға пособиелар, шулай уҡ уҡыу осоронда айлыҡ пособие түләнәсәк.

Әсәлек капиталы тураһындағы законға төҙәтмәләр – https://vk.cc/ctJ7vPhttps://vk.cc/ctMkAD

Хәҙер әсәлек капиталын бала тыуған мәлгә Рәсәй гражданлығына эйә булған кешеләр генә алырға мөмкин. Улай ғына ла түгел, түләү аласаҡ кеше тыуғанда уҡ Рәсәй гражданы булған булырға тейеш. Әсәлек капиталын алырға хоҡуҡлы ирҙәр уны тупланма пенсия булдырыуға йүнәлтә ала.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: