-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 Ғинуар , 12:16

2024 йылдың 1 ғинуарынан ниндәй закондар үҙ көсөнә инә?

Декреттан ваҡытынан алда эшкә сыҡҡан осраҡта йәш ярымға тиклем бала ҡараған өсөн түләнгән пособие һаҡлана – https://vk.cc/ctmjxo

Минималь эш хаҡы һәм пенсиялар арттырыла – https://vk.cc/ctM9uIhttps://vk.cc/ctM9v2

Минималь эш хаҡы күләме 18,5 процентҡа арта. Башҡортостанда ул айына 22 128 һум тәшкил итәсәк. Ҡартлыҡ буйынса пенсияның страховка түләүе 7,5 процентҡа күтәрелә.

Кредит каникулдарына мөҙҙәтһеҙ хоҡуҡ – https://vk.cc/ctM9yA

Әлегә тиклем, бындай каникулдарҙы һорап, 2023 йылдың аҙағына тиклем һәм килешеү 2022 йылдың 1 мартына тиклем төҙөлгән осраҡта ғына мөрәжәғәт итергә мөмкин ине.

Социаль һәм страховка пенсиялары ғаризаһыҙ тәғәйенләнәсәк – https://vk.cc/ctM9Be

Шулар иҫәбенә страховка пенсияһы һәм ҡараусыһын юғалтыу буйынса социаль пенсия, шулай уҡ ата-әсәһе билдәһеҙ булған балаларға түләнгән социаль пенсия инә. Алыҫ Төньяҡ райондарҙа һәм ауыл хужалығында тупланған стаж өсөн пенсияға ҡушып билдәләнгән түләү автоматик рәүештә тәғәйенләнә.

Эш менән тәьмин итеү тураһындағы закондың яңы редакцияһы – https://vk.cc/ctMa4n

Мәшғүллек өлкәһендәге мөнәсәбәттәр хеҙмәт баҙарының хәҙерге торошон иҫәпкә алып көйләнәсәк. Халыҡҡа дәүләт ярҙамы саралары системалаштырыла.

Ҡайһы бер түләүҙәр физик шәхестәрҙең килеменә һалынған һалымдан азат ителә – https://vk.cc/ctMa7dhttps://vk.cc/ctMa89

Был түләүҙәр иҫәбенә «Ата-әсәлек даны» орденына һәм «Герой-әсә» исеменә ҡушып бирелгән түләүҙәр, гранттар, премиялар, төбәк һәм урындағы ярыш һәм конкурстарҙа алған бүләк рәүешендәге килемдәр инә. Колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттарына матди ярҙам түләгәндә 13 процент һалым бөтөрөлә.

Социаль һалым ҡайтармалары арттырыла – https://vk.cc/co140rhttps://vk.cc/cpVYQo

2024 йылғы сығымдарҙан башлап, социаль һалым ҡайтармаһы рәүешендә - 19 500 һумға тиклем, ә баланың уҡыуы өсөн 14 300 һумға тиклем аҡсаны ҡайтарырға мөмкин. Бынан тыш, иреңдең йә ҡатыныңдың көндөҙгө бүлектә уҡыуы өсөн һалым ҡайтармаһы алып буласаҡ.

Балалар тауарҙары өсөн өҫтәлгән хаҡҡа һалымға ташламалы ставка – https://vk.cc/ctMaeB

Балалар өсөн шешәләр, һыу инеү өсөн ванналар, автокреслолар һәм велосипедтар өсөн өҫтәмә хаҡҡа һалым 10 процентҡа тиклем кәметелә.

Дауамы - артабанғы яҙмала.

Читайте нас: