+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
29 Декабрь 2023, 17:02

Яңы йыл байрамдарында янғын хәүефһеҙлеге

Яңы йыл байрамдары осоронда янғын хәүефһеҙлеге тураһында оноторға ярамай. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре ябай, әммә мөһим ҡағиҙәләр хаҡында иҫкә төшөрә.

 Шыршы:
- шыршыны шәмдәр, мамыҡ, ҡағыҙ уйынсыҡтар менән биҙәргә ярамай;
- уны батареяларҙан ситкә ҡуйырға кәрәк һәм ул бүлмә буйлап иркен йөрөргә ҡамасауламаҫҡа тейеш.

Гирляндалар:
- бар өлөштәренең дә дөрөҫ эшләгәненә инанығыҙ;
- әгәр осҡон күрһәгеҙ, янған еҫ йәки сымдарҙың йылыныуын йә иреүен һиҙһәгеҙ, биҙәүесте ҡулланмағыҙ!

Пиротехника:
- фейерверктарҙы һәм петардаларҙы махсус магазиндарҙа ғына һатып алығыҙ;
- петардаларҙы торлаҡ биналарҙа, түбәһе ҡапланған һәм ағас төбөндә ҡулланмағыҙ;
- уларҙы кеҫәгеҙҙә йөрөтмәгеҙ;
- петардаларҙы кешеләргә йүнәлтергә һәм уларҙы аяҡ аҫтына ташларға ярамай;
- янған пиротехникаға 15 метрҙан да яҡыныраҡ килмәгеҙ;
- фитилде битегеҙгә яҡын тотоп яндырмағыҙ, көслө ел ваҡытында пиротехниканы ҡулланмағыҙ.

Янғын сыҡҡан осраҡта 112 һандары буйынса ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратығыҙ.

Хәүефһеҙлек сараларын үтәгеҙ һәм кинәнеп байрам итегеҙ!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: