+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
29 Декабрь 2023, 12:17

Яңы йыл байрамдарында Башҡортостандағы медицина учреждениеларының эш ваҡыты

Яңы йыл байрамдарында Башҡортостан дауаханалары нисек эшләйәсәк? Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре яуап бирә.

Поликлиникаларҙа врачтар сәғәт 8-ҙән 17:00 сәғәткә тиклем ҡабул итәсәк. Врачты өйгә саҡырыу 16:00 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.

Дарыуға рецепттарҙы 2023 йылдың 30 декабрендә, 2024 йылдың 1 ғинуарынан 6-һына тиклем һәм 8 ғинуарҙа алырға мөмкин. Быны өйҙә лә, поликлиникала ла эшләргә мөмкин.

Профилактик медицина тикшереүе һәм диспансеризация 2024 йылдың 1 ғинуарынан 6-һына тиклем, шулай уҡ 8 ғинуарҙа сәғәт 8-ҙән 17:00 сәғәткә тиклем үткәреләсәк.

Стационарҙар һәм ашығыс медицина ярҙамы станциялары тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк.

Һау булығыҙ!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: