+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
27 Декабрь 2023, 10:24

Башҡортостан эшҡыуарҙарын «Беҙҙекеләрҙе бел» конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Башҡортостан эшҡыуарҙары «Беҙҙекеләрҙе бел» Рәсәй брендтары конкурсында ҡатнашырға мөмкин.

Унда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ компаниялары ҡатнаша ала. Конкурс номинациялары: аҙыҡ-түлек һәм туҡланыу, ҡулланыу тауарҙары, креатив, ІТ, юғары технологиялар.

Еңеүселәр:
- үҙ тауарҙарын маркетплейстарҙа һәм медиала танытыу;
- бизнес-эксперттар менән шәхси осрашыуҙарға барыу;
- ҙур сараларҙа бушлай ҡатнашыу;
- бизнес-берләшмәләрҙә ағза булып тороу;
- уҡытыу программаларында ҡатнаша аласаҡ.

Конкурста ҡатнашыу өсөн 2024 йылдың 15 ғинуарына тиклем күрһәтелгән сайтта заявка тултырығыҙ: https://vk.cc/cnRX57.

Уңыштар!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: