+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
26 Декабрь 2023, 14:33

Ипотека проценттары өсөн нисек һалым ҡайтармаһы алырға?

Ипотека проценттары өсөн һалым ҡайтармаһы алыу маҡсатында һалым органына шәхсән мөрәжәғәт итергә йәки Һалым түләүсенең шәхси кабинеты аша декларация ебәрергә кәрәк (https://vk.cc/ctkAgD). Төп шарт — һеҙ рәсми рәүештә эшләргә һәм физик шәхестәрҙең килеменә һалым түләргә тейешһегеҙ.

Милеккә ҡағылышлы һалым ҡайтармаһының күләме:
— фатир, ер участкаһы булған торлаҡ йорт һатып алыуға йәки торлаҡ төҙөүгә тотонолған 2 миллион һумдан 260 мең һум;
— маҡсатлы кредит (ипотека) буйынса проценттар өсөн түләнгән 3 миллион һумдан 390 мең һум.

Ҡағиҙә булараҡ, бер һалым осоронда (календарь йылда) һалым ҡайтармаһының бер өлөшөн генә файҙаланырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта, ҡайтарманың файҙаланылмаған ҡалдығы киләһе йылдарға күсерелә.

Һалым ҡайтармаһын алыу тәртибе:

1. Раҫлаусы документтар йыйырға (https://vk.cc/ctkAiG).

2. Әгәр торлаҡ һатып алған йылда уҡ һалым ҡайтармаһын юлларға теләйһегеҙ икән, быны эш биреүсе аша эшләргә мөмкин:
- ҡайтармаға хоҡуғығыҙ булыуын раҫлау өсөн һалым органына мөрәжәғәт итегеҙ. Иң ябай һәм тиҙ ысул - Һалым түләүсенең шәхси кабинеты ярҙамында эш итеү;
- эштә ғариза яҙығыҙ;
- эш биреүсе эш хаҡынан һалым тотоп ҡалмаясаҡ һәм дәүләткә күсермәйәсәк, һеҙ эш хаҡығыҙҙы физик шәхестәрҙең килеменә һалым менән бергә аласаҡһығыҙ.

3. Әгәр ҡайтарманы һалым органы аша алырға теләһәгеҙ:
- Һалым түләүсенең шәхси кабинеты ярҙамында һалым органына декларация һәм раҫлаусы документтар тапшырырға кәрәк.

Декларация 3 ай дауамында тикшерелә һәм, ыңғай һөҙөмтә булһа, аҡса банктағы иҫәбегеҙгә күсереләсәк. Шәхси кабинетта «Ҡайтармалар» бүлегендә мәғлүмәтте күҙәтеү уңайлы.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: