+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
22 Декабрь 2023, 15:03

Магазинға ниндәй тауарҙы кире ҡайтарырға ярай, ә ниндәйен ярамай?

"Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре аңлата.

Сифатлы тауарҙы - 14 көндә, онлайн-сауҙала 7 көн эсендә кире ҡайтарырға йәки алмаштырырға мөмкин. Әммә кире ҡайтарылмай торған тауарҙар ҙа бар, мәҫәлән, мебель гарнитураһы, туҡыма һәм метрлап һатып алынған биҙәү материалдары, ювелир изделиелар, көнкүреш химияһы һәм агрохимикаттар, хайуандар һәм тере үҫемлектәр.

Закон буйынса, тауарҙың тышҡы йөҙө, ҡулланыу үҙенсәлектәре, пломбалары, фабрика ярлыҡтары һаҡланып ҡалһа һәм тауар һатып алыуҙы раҫлай алаһығыҙ, әйберҙе кире ҡайтарырға хоҡуғығыҙ бар.

Тауарҙы чекһыҙ ҙа кире ҡайтарырға мөмкин - был ғәмәл законға ярашлы. Тауар һатып алыу фактын магазиндағы видеояҙма, аҡса түләү тураһындағы белдереү йәки квитанция, банк иҫәбенән күсермә, гарантия талоны, төргәктәге штрих-код раҫлай ала.

Кире ҡайтарылмай торған тауарҙы ике осраҡта кире тапшырырға мөмкин:

- Магазинда иғтибар итмәгән етешһеҙлекте һуңынан күрҙегеҙ, ти. Сифатһыҙ тауар өсөн түләнгән аҡсаны гарантия осоро йәки яраҡлылыҡ ваҡыты эсендә кире ҡайтарырға була. Ләкин һатыусы һеҙгә етешһеҙлекте күрһәтеп тә тауар өсөн түләгәнһегеҙ икән, әйберҙән баш тартыу мөмкин түгел. Хаҡы төшөрөлгән тауарҙы ла кире тапшырып булмаясаҡ. Һеҙҙең өсөн махсус етештерелгән тауарҙы ла етешһеҙлек булғанда ғына ҡайтарып бирергә була.

- Интернет-магазиндан тауар һатып алдығыҙ һәм уны курьер алдында тикшермәнегеҙ. Курьер тауарҙы алып килә лә шунда уҡ китә, уның алдында төргәкте асманығыҙ, ти. Был осраҡта тауарҙы, сифаты тейешле кимәлдә булһа, ете көн эсендә кире ҡайтара алаһығыҙ.

Әгәр һатыусы аҡсаны ҡайтарыуҙан баш тарта, ә һеҙ үҙегеҙҙең хаҡлы булыуығыҙға ышанаһығыҙ икән, дәғүә яҙығыҙ йәки "Роспотребнадзор"ға мөрәжәғәт итегеҙ. Бер нәмә лә ярҙам итмәһә, судҡа мөрәжәғәт итеү - һуңғы сара.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: