+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
22 Декабрь 2023, 14:52

Идара итеүсе компанияға ҡарата нисек ялыу бирергә?

Идара итеүсе компанияғыҙ насар эшләһә, кемгә мөрәжәғәт итергә? Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы белгестәре аңлата.

Идара итеүсе компанияға ялыу ебәрә алаһығыҙ.

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәк:

- Авария-диспетчер хеҙмәте — мотлаҡ шылтыратырға кәрәк булған тәүге инстанция. Уның телефон һандарын подъездағы иғлан таҡтаһында, идара итеүсе ойошманың сайтында һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһы порталында табырға була. Телдән һәм яҙма рәүештә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

- Идара итеүсе компания етәксеһенә - авария-диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеү ярҙам итмәһә йәки идара итеүсе компания хеҙмәткәрҙәренең эшенә дәғүә булһа.

- Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетына - идара итеүсе компания бер ниндәй ҙә сара күрмәһә йәки килешеү шарттарын үтәмәһә. 8(347) 294-94-00 һандары буйынса ҡыҙыу линияға мөрәжәғәт итергә йәки атап үтелгән дәүләт комитеты исеменә хат яҙырға була. Мөрәжәғәтте ҡарау ваҡыты - 30 көн.

- "Роспотребнадзор"ға - ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһындағы закон боҙолған осраҡта. Мәҫәлән, хеҙмәтләндереү сифаты нормативтарға тап килмәһә.

- Прокуратураға - идара итеүсе компания законға ҡаршы эш итһә йәки сара күрмәһә һәм башҡа инстанцияларға мөрәжәғәт итеү һөҙөмтә бирмәһә.

- Судҡа – әгәр идара итеүсе компанияны етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә, зыянды түләтергә мәжбүр итеү кәрәк булһа.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: