Байрам биҙәүестәрен һайлағанда уларҙың хәүефһеҙлек нормаларына яуап биреүенә инанығыҙ. Улар тураһында түбәндә уҡығыҙ.
Шыршы:
— Тәбиғи шыршының олоно ярылмаған, бәшмәктәрһеҙ һәм күҙәнәктәрһеҙ, ботаҡтары һығылмалы, энәләре йомшаҡ;
— Яһалмаһының — ботаҡ ситтәре шыма һәм киртләсһеҙ, материалы утҡа сыҙамлы, химия еҫе сыҡмай.
Гирлянда:
— Төргәктә тауар билдәһе, атамаһы, етештереүсенең адресы, хеҙмәт итеү ваҡыты, хәүефһеҙ ҡулланыу ҡағиҙәләре, лампочкаларҙың төрө һәм рөхсәт ителгән көсөргәнеш күрһәтелә;
— Биҙәүестәрҙе элер алдынан бөтә лампочкаларҙы тикшерегеҙ. Әгәр ҡабыҙғанда киҫкен еҫ һиҙһәгеҙ, уны ҡулланмағыҙ. Гирлянданы үҙаллы йүнәтмәгеҙ!
Шыршы уйынсыҡтары:
— Изделиенан пластик, елем йәки буяу еҫе сыҡмай;
— Буяуы йәки ялтырауыҡтары ҡулға йәбешмәй;
— Ғаиләгеҙҙә бәләкәй бала булһа, пластик уйынсыҡтар һайлағыҙ – быяла уйынсыҡтар ватылып, сабыйҙы яралауы ихтимал. Ваҡ деталдәре булмаған биҙәүестәр һатып алығыҙ.
Бөтә тауарҙың сифатын һәм хәүефһеҙлеген раҫлаған документтары булырға тейеш.
Байрам һеҙгә тик ҡыуаныстар килтерһен!
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан