+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
12 Декабрь 2023, 15:29

Башҡортостанда Күп функциялы үҙәктә халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү буйынса берҙәм онлайн-консультациялар көнө

Һәр шаршамбы — Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге офистарында халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү буйынса берҙәм онлайн-консультациялар көнө.

Консультациялар шаршамбы көндәрендә сәғәт 12:00-нән 15:00 сәғәткә тиклем Күп функциялы үҙәктең бөтә офистарында үткәрелә.

Был аҙнала Өфөлә онлайн-консультациялар түбәндә күрһәтелгән адрестар буйынса ғына күрһәтеләсәк:
- Октябрь проспекты, 4/1 (Күп функциялы үҙәктең операциялар залы, "Мир"),
- Менделеев урамы, 137, 4-се корпус (Үҙәктең операциялар залы, "ХБК"),
- Интернациональ урам, 113 (Үҙәктең операциялар залы, "Интернационал").

 Ишембайҙа Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалы вәкилдәре Гагарин урамы, 1 адресы буйынса ҡабул итә.

Алдан яҙылыу талап ителмәй.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: