-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
8 Декабрь 2023, 10:38

Ҡыш көнө йорт хайуаны менән саф һауаға сығыу өсөн нисек әҙерләнергә?

Ҡыш көнө йорт хайуаны менән саф һауаға сығыу өсөн алдан әҙерләнергә кәрәк — урамда боҙ ярсыҡтарына, тоҙ һәм химик реагенттарға осрауығыҙ мөмкин. Дүрт аяҡлы дуҫығыҙ менән урамға сығырға нисек әҙерләнергә - Башҡортостан Республикаһының Ветеринария буйынса дәүләт комитеты белгестәре аңлата.

Хайуандың тәпәйҙәрен һаҡлауҙа иң ябай ысул – йәйәү йөрөү өсөн аяҡ кейеме йәки һыуҙы үткәрмәгән ойоҡбаш һатып алыу. Әгәр аяҡ кейеме юҡ икән, уның тәпәйҙәре өсөн һаҡлағыс крем йәки балауыҙ ҡулланырға кәрәк.

Боҙ ярсыҡтары һәм ҡар аҫтында ҡалған үткер әйберҙәр тәпәйҙәргә зыян килтереүе ихтимал. Химик реагенттар арҡаһында тирелә яралар барлыҡҡа килә, ә хайуан зарарланған урынды ялаһа, химикаттар ашҡаҙанға эләгә һәм уның ағыуланыуы, ашҡаҙаны ялҡынһыныуы ихтимал.

Һәр сәйәхәттән һуң йорт хайуанының тәпәйҙәрен махсус шампунь менән йыуығыҙ һәм тәпәй тиреһен иғтибар менән тикшерегеҙ. Бармаҡтар араһындағы йөнөн даими рәүештә ҡырҡып тороғоҙ. Әгәр яралар булһа, ветеринар препараттар менән эшкәртегеҙ.

Йөнө йоҡа булған йорт хайуанына йылы әйберҙәр (комбинезон, попон, свитер) кейҙерегеҙ. Ҡайһы бер эт тоҡомдарын ҡар яуғансы уҡ кейендерә башларға кәрәк.

Бәләкәй йорт хайуандарының иммунитеты өлкәндәренә ҡарағанда көсһөҙөрәк. Ҡайһы бер тоҡомдар артрит һәм артроз менән яфалана. Хайуандың үҙен тотошона иғтибарлы булығыҙ - йорт хайуаны аяҡтарын тартһа, бер нимәгә ҡарамай, ятырға йәки ултырырға тырышһа, тышта йөрөү ваҡытын ҡыҫҡартығыҙ.

Дүрт аяҡлы дуҫығыҙ менән күңелле сәйәхәттәр һеҙгә!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: