+9 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
4 Декабрь 2023, 17:27

2024 йылда Башҡортостанда минималь эш хаҡы күләме ниндәй буласаҡ

2024 йылдың 1 ғинуарынан минималь эш хаҡы күләме 18,5 процентҡа артасаҡ. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин уны арттырырға ҡушты. Закон проектын Дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте.

– Ваҡытлыса эшкә һәләтһеҙлек, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие, эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса һәм башҡа мотлаҡ социаль страховка түләүҙәре күләме минималь эш хаҡы дәүмәленә бәйле, - тип билдәләне Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин.

Башҡортостанда минималь эш хаҡы күләме, район коэффициентын иҫәпкә алып, айына 22128 һум тәшкил итәсәк. 2023 йылда ул 18678 һум булған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала 2023-2025 йылдарға минималь эш хаҡы тураһындағы килешеү үҙ көсөндә. Тулыраҡ мәғлүмәт — һылтанма буйынса: https://vk.cc/csScZV

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: