+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
30 Ноябрь 2023, 15:37

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ни өсөн махсус хәрби операция зонаһына ебәреү өсөн төбәктә исемле батальондар ойошторола башлауын аңлатты

"Башланғысҡа беҙҙең ветерандар ойошмалары, тәү сиратта, "Хәрби туғанлыҡ" ойошмаһы нигеҙ һалды. Батальон контурҙарын булдыра башлағас, беренсенән, республиканың өҫтәмә ярҙам саралары күрһәтеү мөмкинлеге булыуынан сығып эш иттек. Беҙ бер тапҡыр бирелә торған һәм тәүлек түләүҙәрен дә түләйбеҙ. Икенсенән, батальондарға кем етәкселек итәсәген белеү өсөн Рәсәй Оборона министрлығына мөрәжәғәт иттем. Беҙгә ниндәй етәксенең яуаплылыҡ аласағын аңлау мөһим ине. Өсөнсөнән, яугирҙәрҙең бер-береһенә терәк һәм таяныс була алыуы".

Шулай итеп, Башҡортостанда махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары системаһы булдырылған, 2023 йылда быға 5 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән.

Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн Башҡортостан Башлығы менән 2023 йылдың 29 ноябрендә үткән тура бәйләнеш яҙмаһын күрһәтелгән һылтанмалар буйынса ҡарағыҙ:

— төбәк башлығының рәсми битендә

— йәки сайтта: https://vk.cc/csMmCU

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: