+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
15 Ноябрь 2023, 10:59

Интернет селтәрендәге баҫымдан балаға нисек ярҙам итергә

Әгәр балағыҙҙы интернет аша йәберләһәләр йәки ул үҙе башҡаларҙы рәнйетһә, нимә эшләп булыуы хаҡында һөйләйбеҙ.

«Кемгә һинең ахмаҡ яҙмаларың кәрәк», «Һинең дуҫтарың юҡ», «һинең йөҙ менән социаль селтәр алып бармау яҡшыраҡ» — ҡыҙғанысҡа ҡаршы, интернетта ошондай мыҫҡыллау һүҙҙәрен ишетеү беҙҙең көндәрҙә йыш осраған күренеш.

Балаларға һәм үҫмерҙәргә уға ҡаршы тороу ҡыйыныраҡ — уларҙың күңеле йомшаҡ. Үпкәләтеүсе һүҙҙәр йәки янауҙар арҡаһында баланың үҙбаһаһы түбәнәйә һәм өлгәшеүе насарая. Шуға күрә, ата-әсәләрҙең ярҙамы бик мөһим.

Әгәр балағыҙҙы интернет аша йәберләһәләр йәки ул үҙе башҡаларҙы рәнйетһә, нимә эшләп булыуы хаҡында һөйләйбеҙ. Карточкаларҙы ҡарағыҙ.

Шулай уҡ Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының ошондай хәлдә ҡалған балаларға һәм үҫмерҙәргә ярҙам итеү өсөн файҙалы сайты бар: кибер-буллинг.рф. Шунда уҡ мутлашыусыларҙың мәғлүмәт урлауын белергә, мутлашыусыларҙы танырға һәм ҡатмарлы паролдәр төҙөргә өйрәнергә мөмкин.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: