-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
14 Ноябрь , 16:13

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә төбәк ярҙам саралары

Башҡортостандан Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн төбәк ташламалары ҡаралған.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Указында https://vk.cc/csmLDu балалар туҡланыуы һәм белем биреү хеҙмәттәренән башлап транспортҡа һәм медицина тәьминәтенә тиклем ярҙам саралары күҙ уңында тотола. Өҫтәмәләр ҙә бар, улар ошонда: https://vk.cc/csmLGr.

2023 йылдың көҙөндә төбәк ярҙам саралары исемлеге киңәйтелде. Хәҙер Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар балаларын йәшәгән ергә яҡын урынлашҡан балалар баҡсаһына күсереү буйынса өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә. Өҫтәүенә, коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләмәһәләр, уларҙы пеняларҙан азат итәләр. Яңы ташламаларҙың тулы исемлеген рәсми мәғлүмәт интернет-порталында https://vk.cc/cqZ639 һәм беҙҙең баҫмала ҡарарға мөмкин.

Башҡортостандан мобилизацияланғандарға һәм хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларға тейешле тағы бер өҫтәмә социаль ярҙам сараһы — 2023 йылдың 10 ноябренән һуң Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәт үтеүгә контракт төҙөгән саҡта 100 мең һум күләмендә түләү.

Хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә тәғәйенләнгән бөтә төбәк ташламалары менән махсус чат-ботта танышырға мөмкин: https://vk.cc/cpMRvx. Ҡулланыусыларға уңайлы булһын өсөн бот менюһы төрлө ситуациялар буйынса бүленгән.

Шулар иҫәбендә — шифахана-курортта дауаланыу. Уны туғандарың менән бүлешергә йәки ташламаға хоҡуҡты тулыһынса яҡын туғандарыңа тапшырырға мөмкин, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн мәктәптә бушлай туҡланыу.

Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн кюҡаралған кредит каникулдары хаҡындағы мәғлүмәт менән танышығыҙ. Закон кредит буйынса түләүҙәрҙе бөтә хеҙмәт итеү осоронда һәм тағы ла өҫтәп 30 көнгә туҡтатыу хоҡуғы бирә. Каникулды һуңынан юлларға ла мөмкин.

Махсус операция ветерандарына килгәндә иһә, улар «Ватан һаҡсылары» дәүләт фонды филиалына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала. Унда документтар рәсмиләштереүҙән һәм реабилитациянан башлап ҡайтанан уҡытыу һәм эшкә урынлаштырыу йәһәтенән булышлыҡ итәсәктәр.

Мәғлүмәт менән уртаҡлашығыҙ!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас в