-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
14 Ноябрь 2023, 10:33

Башҡортостандан мобилизацияланғандар һәм хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар өҫтәмә рәүештә 100 мең һум аҡса аласаҡ

2023 йылдың 10 ноябренән һуң Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәт үтеүгә контракт төҙөгән саҡта Башҡортостандан мобилизацияланған һәм хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар өҫтәмә рәүештә 100 мең һум аҡса аласаҡ.

Ташламалар, пособиелар һәм башҡа ярҙам саралары тәғәйенләгәндә түләү ғаилә килемендә иҫәпкә алынмай.

«Был хәрби хеҙмәткәрҙәргә бер ни тиклем финанс өҫтөнлөк бирәсәк. Радий Хәбировтың указы уларға өҫтәмә ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк. Саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәткә алыныусыларға килгәндә — закон уны контракт менән алмаштырырға мөмкинлек бирә. Бындай аҙымға, ғәҙәттә, тормош тәжрибәһе булған, университеттан һуң йәки армиянан кисектерелгәндәр бара. Башта улар бер нисә ай уҡыуҙа була, һуңынан төрлө частарҙа хәрби хеҙмәт үтә ала», – тип аңлата Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары полковник Михаил Блажевич.

Указ Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальондың һәм республиканың башҡа ирекле подразделениеларының шәхси составына ҡағылмай.

Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2023 йылдың 7 ноябрендәге «Хәрби хеҙмәт үткән кешеләрҙең айырым категорияларына өҫтәмә социаль ярҙам саралары тураһында»ғы 974-се указы: https://vk.cc/cskiLB

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: