+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
14 Ноябрь 2023, 12:35

Банк хеҙмәттәре хәүефһеҙлеге тураһындағы һорау алыуҙа ҡатнашығыҙ

Башҡортостанда йәшәүселәр мәғлүмәт хәүефһеҙлеген арттырыу һәм халыҡтың финанс грамоталылығын күтәреү маҡсатында Рәсәй банкы үткәргән аноним һорау алыуҙа ҡатнашырға мөмкин.

Һорауҙар физик һәм юридик шәхестәр өсөн айырым төҙөлгән. Респонденттарға банк хеҙмәттәрен һәм сервистарын ни тиклем хәүефһеҙ тип һынауҙары, кибермутлашыу менән осрашырға тура килгәнме, хәүефһеҙ финанс тәртибе ҡағиҙәләрен белеүҙәре һәм башҡалар хаҡында һөйләргә тәҡдим ителә.

2023 йылдың 30 ноябренә тиклем һорау алыуҙа ҡатнашырға мөмкин. Ул 10 минуттан да артыҡ ваҡыт талап итмәй: https://vk.cc/c7SV90

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: