-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
10 Ноябрь 2023, 09:29

Күсемһеҙ милек объекты тураһында Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан өҙөмтәне нисек тиҙ арала алырға?

"Росреестр"ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре аңлата.

Әгәр белешмәне мөмкин тиклем тиҙерәк алырға кәрәк булһа, уның электрон вариантын файҙаланырға мөмкин. Ул юридик яҡтан ҡағыҙ документҡа тиң буласаҡ.

Өҙөмтә ҡағыҙ төрҙә — 3 көн, ә электрон формала 15 минут әҙерләнә. Уны "Росреестр" сайтында, Дәүләт хеҙмәттәрендә һәм Күп функциялы үҙәктә алырға мөмкин. Теләһәгеҙ, Дәүләт хеҙмәттәренән алынған өҙөмтәне баҫтырып сығарырға һәм Күп функциялы үҙәк офистарында раҫлатырға мөмкин.

Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан алған белешмә нимә өсөн талап ителеүе ихтимал:
- фатирға документтарҙы тергеҙеү,
- йәшәү урыны буйынса теркәлеү,
- ташламаларға хоҡуҡты раҫлау,
- мөлкәткә һалым ҡайтармаһын юллау,
- ер участкаһына межа һалыу,
- мираҫҡа инеү,
- ипотека кредиты алыу,
- күсемһеҙ милек объектын хосусилаштырыу,
- мөлкәтте бүлеү,
- квадрат метрға ҡағылышлы суд процестары өсөн документ тапшырыу.

Күсемһеҙ милек тураһында асыҡ мәғлүмәтте тағы ҡайҙан белергә була?

"Росреестр" сайтында "Онлайн режимда күсемһеҙ милек объекттары буйынса белешмә мәғлүмәт" сервисы https://vk.cc/c6IoHM объект тураһында дөйөм мәғлүмәтте асыҡларға ярҙам итәсәк — иҫәпкә алынғанмы, милек хоҡуғы рәсмиләштерелгәнме, кадастр хаҡы билдәләнгәнме, арест һалынмағанмы.

Ошондай уҡ функционал — "Йәмәғәт кадастр картаһы" сервисында: https://vk.cc/c6OfXy. Ул ер участкалары тураһында, мәҫәлән, ошо участкаларҙа сиктең һәм объекттарҙың булыуы хаҡында мәғлүмәт алыу өсөн айырыуса файҙалы буласаҡ.

Киләһе яҙмала түбәндәге мәғлүмәт менән танышығыҙ — онлайн заказ бирергә мөмкин булған иң популяр өҙөмтәләр исемлеге

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: