+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
8 Ноябрь 2023, 16:18

Өфөлә төҙөлә башлаған студенттар кампусы: нисек, ҡайҙа, ҡасан?

Ошо һорауҙарға яуап алыу өсөн, студенттар тормошоноң уртаһында ҡайнаған әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, Өфө университетының фән һәм технологиялар университеты профессоры, филология фәндәре докторы Гөлфирә Абдуллинаға мөрәжәғәт иттек.

– Гөлфирә Риф ҡыҙы, Өфө ҡалаһында кампус төҙөлөү тураһындағы яңылыҡ күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы. Был төҙөлөш дөйөм ятаҡтарҙа урындар етмәү мәсьәләһен хәл итәсәкме, нисек уйлайһығыҙ? 

– Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенә ҡараған кампус Өфө ҡалаһындағы бер нисә юғары уҡыу йортоноң студенттары өсөн төҙөлә. Уны йәштәрҙең уңайлы йәшәү урыны тип кенә ҡабул итеү дөрөҫ түгел, ғәмәлдә ул заманса белем биреүҙе, фәнде, алдынғы технологияларҙы, бизнесты берләштергән үҙәк буласаҡ. Әлбиттә, тәү сиратта, унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән килгән студенттар, лекциялар уҡыу, ғилми эш менән шөғөлләнеү өсөн махсус рәүештә саҡырылған, халыҡ-ара кимәлдә танылыу яулаған ғалимдар  йәшәйәсәк. Әммә  төп маҡсат – Башҡортостандың, Рәсәйҙең иҡтисадына туранан-тура йоғонто яһарлыҡ алдынғы технологиялар уйлап табыу, уларҙың һөҙөмтәлелеген иҫбатлау һәм ғәмәлдә ҡулланыу урыны булдырыу.

– Кампус Өфө фән һәм технологиялар университетына яҡын ғына урынлашасаҡ, тигән мәғлүмәт булды. Ни өсөн ошо урын һайланды? 

– Эйе, кампус бик матур урында урынлашҡан: Ағиҙел йылғаһы, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәле, “Торатау” Конгресс-холы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры һәм башҡа милли-мәҙәни ҡомартҡылар ус төбөндәге кеүек кенә күренеп тора.  Киләсәктә ул Өфөлә йәшәүселәрҙең һәм баш ҡала ҡунаҡтарының яратҡан урынына әйләнеп китеренә шик юҡ.

– Милли республикала төҙөләсәк кампус булараҡ, унда ниндәйҙер үҙенсәлекле биҙәктәр ҡулланыу көтөләме? Туғандаш төрки телле халыҡтарҙың вәкилдәре өсөн беҙ архитектура яғынан өлгө күрһәтә алырбыҙмы? 

– Корпустарҙы төҙөгәндә, донъя кимәлендәге уңышлы алымдар менән бер рәттән, милли һыҙаттарға иғтибар биреү ҙә бик ҡыуаныслы. Биналар ҡурайҙың ете тажы рәүешендә урынлашасаҡ, тип күҙаллана. Лабораториялар өлөшө лә бик үҙенсәлекле итеп төҙөлөргә тейеш: улар бер тамырҙан сыҡҡан тармаҡтар итеп урынлаштырыла, бының менән Башҡортостан фәненең ныҡлы ерлеккә, төплө нигеҙгә ҡоролоуы күрһәтелә. Проекттың планы эш барышында тулыланып, үҙгәреп тора. Кампуста Башҡортостандың тарихы, башҡорттарҙың данлыҡлы шәхестәре, республикабыҙҙа йәшәүсе күп милләтле халыҡтарҙың мәҙәниәте лә сағылыш алыр, тип  ышанабыҙ. Әлбиттә, элекке союздаш республикаларҙан Башҡортостанға уҡырға килгән студенттар төбәктең матурлығын зауыҡлы төҙөлгән биналар, эске биҙәлеш йәһәтенән дә баһаларлыҡ булырға тейеш.

– Әле төҙөлөш эштәренең ниндәй этабында тораһығыҙ? Нимәләр эшләнде? 

– Кампустың тәүге өлөшө быйыл уҡ сафҡа индереләсәк. Белеүегеҙсә, ул Зәки Вәлиди урамындағы IQ-паркты ҡайтанан төҙөүгә нигеҙләнде. Әле унда төҙөлөш эштәре бик ҡыҙыу бара.  7 ҡатлы төп өлөштә рәсми әңгәмәләр алып барыу өсөн махсус бүлмәләр, бизнесты башлап китеү өсөн үҙәктәр, төрлө саралар ойоштороуға тәғәйенләнгән  урындар буласаҡ. 15 ҡаттан торған өлөшөндә иһә IQ-китапхана, төрлө университеттарҙың заманса йыһазландырылған үҙәктәре, IT-технопарк, күргәҙмә һәм рәсми эш залдары урынлаша.

Кампустың ҡалған өлөшөн 2025 йылға тамамлау күҙаллана. Бында студенттарҙың йәшәүе һәм белем алыуы өсөн өсөн уңайлы мөхит булдырыу төп иғтибар үҙәгендә. Аудиториялар, фәнни һәм уҡыу лабораториялары, Рәсәйҙә киң билдәле геном үҙәге лә ошонда буласаҡ. Туҡланыу, ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү һ.б. өсөн уңайлыҡтар тыуҙырыла.

– Кампус төҙөлөү менән, сит илдәрҙән студенттар эркелеп килер, тип ышанаһығыҙмы? 

– Заманса уңайлыҡтары булған кампус, үҙ сиратында, төрлө сит илдәрҙән алдынғы ҡарашлы йәштәрҙе ылыҡтырыуына иманым камил. Үҙҙәренең эш тәжрибәләре менән бүлешергә исемдәре донъя кимәлендә киң билдәле ғалимдар саҡырылыр. Тейешле эш хаҡы һәм уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырылған ерҙән үҙебеҙҙең өмөтлө йәш кадрҙарыбыҙ ҙа ситкә китергә атлығып тормаҫ, тип уйлайым. Ошо рәүешле, Башҡортостан, үҙенең фәнни һәм белем биреү көсөн арттырып, Рәсәйҙәге иң эре һәм ҡеүәтле төбәктәрҙең береһенә әйләнеүгә ныҡлы дәғүә итәсәк.

– Рәсәй кимәлендә кампус төҙөү хоҡуғын алған төбәктәр бер нисәү генә. Башҡортостан шулар иҫәбендә. Кампус төҙөлөшө тамамланғас, университеттарҙа ниндәй үҙгәреш булырға тейеш? 

– Башҡортостанда эшләп килгән юғары уҡыу йорттарын "Өҫтөнлөк / Приоритет – 2030" программаһы сиктәрендә донъя кимәленә сығарыу күҙаллана. Аныҡ цифрҙарҙар менән нығытылған проекттың төп һөҙөмтәләрен барлап китәйек:

– беҙҙең республикала юғары белем алыуға ынтылыусы сит ил һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән йәштәрҙең һанын арттырыу (студенттарҙың һаны 2030 йылға 52 мең ярым булыр тип көтөлә, уларҙың 6 меңен сит ил вәкилдәре тәшкил итергә тейеш);

– 2030 йылға тиклем университетта 39 йәшкә тиклемге йәш ғалимдарҙың һанын 50%-ҡа еткереү;

– 2025 йылға студенттарҙы, уҡытыусыларҙы һәм йәш ғалимдарҙы заманса уңайлы мөхит булдырылған кәмендә 3500 урын менән тәьмин итеү;

– донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренә  тап килерлек юғары технологиялы йыһаз ҡуйылған 10 лаборатория төҙөү;

– Рәсәй Федерацияһы Президентының 2020 йылдың 21 июлендәге 474-се һанлы «Рәсәй Федерацияһының 2030 йылға тиклем милли үҫеш маҡсаттары хаҡындағы» Бойороғона ярашлы, фәндең,  белем биреүҙең һәм технологияларҙың төбәктәрҙең һәм илдең социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индереүенә булышлыҡ итеү; эшҡыуарлыҡты һәм инновацияларҙы үҫтереүгә ыңғай шарттар тыуҙырыу; университеттарҙың һәм фәнни үҙәктәрҙең төбәк иҡтисадында ролен көсәйтеү; халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу, тыуымды арттырыу.

– Гөлфирә Риф ҡыҙы, мәғлүмәт өсөн ҙур рәхмәт! Республикабыҙҙың белем биреү, фәнни, иҡтисади ҡеүәтен арттырыуға йүнәлтелгән кампус проекты, һис шикһеҙ, үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫлар. Уңыштар Һеҙгә!

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Өфө фән һәм технологиялар университетының пресса үҙәге.

Читайте нас: