+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
2 Ноябрь 2023, 09:50

Махсус хәрби операция ветерандары һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзалары өсөн «Ярҙам поездары» Башҡортостан буйлап йөрөүен дауам итә

Киләһе туҡталыш - 2023 йылдың 3 ноябрендә Сибайҙа

Махсус хәрби операция ветерандары һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзалары өсөн «Ярҙам поездары» Башҡортостан буйлап йөрөүен дауам итә. Киләһе туҡталыш – 2023 йылдың 3 ноябрендә Сибайҙа.

Консультациялар ваҡыты – сәғәт 11:00-ҙән 14:00 сәғәткә тиклем.

Урыны – Ленин урамы, 40 (40-сы лицей).

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ярҙам акцияһын «Ватан һаҡсылары» фонды филиалы йәшәү урыны буйынса тейешле социаль һәм юридик ярҙам күрһәтеү маҡсатында үткәрә. Шулай уҡ осрашыуҙа психологтан, нотариустан, банк хеҙмәткәренән һәм башҡа белгестәрҙән консультация алырға була.

Алдан яҙылыу талап ителмәй.

Өҫтәмә һорауҙарҙы телефон аша асыҡларға мөмкин: 8 (347) 268 01 02

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: