-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
1 Ноябрь 2023, 11:30

Әсәлек капиталын әсә кешенең тупланма пенсияһына нисек йүнәлтергә

Әсәлек капиталын балаға ғына түгел, ә әсә кешенең тупланма пенсияһына ла тотонорға мөмкин.

Сабыйға өс йәш тулғас, аҡсаның бер өлөшөн йәки бөтә сумманы пенсия тупланмалары иҫәбенә индереү тураһында ул ғариза яҙа ала. Шул уҡ ваҡытта, пенсияға сыҡҡанға тиклем ҡатын-ҡыҙ фекерен үҙгәртергә һәм әсәлек капиталын балалар уҡытыуға, фатир һатып алыуға һәм башҡа маҡсаттарға йүнәлтергә мөмкин. Ул саҡта Социаль фонд исеменә яңы ғариза яҙырға тура киләсәк.

Әсәлек капиталынан тупланма пенсияға йүнәлтелгән аҡсаны иҫәпкә алып һәм пенсия тупланмалары суммаһының күпме булыуына ҡарап, әсә кешегә түбәндә күрһәтелгән түләүҙәрҙең береһе тәғәйенләнергә мөмкин:

Ашығыс рәүештә пенсия түләүе - оҙайлығы 10 йылдан кәм булмаҫҡа тейеш, уны сертификат хужаһы билдәләй.

Тупланма пенсия - түләүҙәр ай һайын һәм ғүмер буйына киләсәк, уларҙы иҫәпләгәндә әсәнең Социаль фондтағы шәхси иҫәбендә булған бөтә пенсия тупланмалары иҫәпкә алына.

Бер тапҡыр бирелә торған түләү - әгәр тупланма пенсия күләме ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы күләменә ҡарата 5 проценттан кәмерәк булһа, уны алырға мөмкин.

Ниндәй документтар әҙерләргә кәрәк:

әсәлек капиталының бер өлөшөн йәки бөтә суммаһын файҙаланыу тураһында әсәнең ғаризаһы, әсәнең шәхес танытмаһы йәки, ғариза законлы вәкил ярҙамында бирелһә, ышаныс ҡағыҙы һәм законлы вәкилдең шәхес танытмаһы.

Әсәлек капиталын пенсияға тотоноу өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Бының өсөн Күп функциялы үҙәктә, Социаль фондтың клиент хеҙмәтендә йәки Дәүләт хеҙмәттәрендә ғариза яҙырға кәрәк.

Берҙәм бәйләнеш үҙәге: 8 (800) 1-00000-1

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: