-9 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
30 Октябрь 2023, 17:32

Дәүләт хеҙмәттәрендә өҫтәмә һаҡ ҡуйыу мотлаҡ буласаҡ

Дәүләт хеҙмәттәренә инеүегеҙҙе раҫлағыҙ, һәм һеҙҙең аккаунтығыҙ икеләтә һаҡ аҫтында буласаҡ. 2023 йылдың 28 октябренән ике факторлы аутентификация мотлаҡ буласаҡ. Был ҡулланыусыларҙы мутлашыусыларҙан һаҡлаясаҡ.

Өҫтәмә һаҡ ҡуйыу өсөн:

— порталдағы шәхси кабинетығыҙға инегеҙ;

— «Хәүефһеҙлек» бүлеген, артабан «Системаға инеү» тигән ҡушымтаны табығыҙ: (https://vk.cc/c96sf5);

— раҫлау ысулын һайлағыҙ: СМС, биометрия йәки TOTP ҡушымтаһынан бер тапҡыр ҡулланыла торған код. Уны Android (https://vk.cc/cryxe5), iOS (https://vk.cc/crmquJ) һәм Harmony OS (https://vk.cc/cryxkp) өсөн күсереп алырға мөмкин.

Иғтибар итегеҙ, Дәүләт хеҙмәттәре аккаунтына башҡа ваҡыт ингәндә һеҙгә һаҡланыу варианттарының береһен һайларға кәрәк. Унһыҙ порталға инеү мөмкин булмаясаҡ.

Телефон номерын нисек үҙгәртергә?

Әгәр һеҙ СМС-раҫлауҙы һайлаһағыҙ, номерҙы икенсе һаҡ факторын һайлағанда үҙгәртергә мөмкин. Әгәр уға инеү мөмкинлеге булмаһа, уны яҡындағы Күп функциялы үҙәктә йәки партнер-банк ҡушымтаһында яңыртығыҙ: (https://vk.cc/chF2M4)

#хәүефһеҙлек

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас в