+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
24 Октябрь 2023, 11:46

Балкон һәм лоджияларҙы быяла менән ҡаплау тураһында нимә белергә кәрәк

Күп фатирлы йорттарҙа балкон һәм лоджияларҙы быяла менән ҡаплау тураһында нимә белергә кәрәк – Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы белгестәре аңлата.

Эш башлар алдынан рөхсәт һорап һәм тәҡдимдәр алыу маҡсатында идара итеүсе компанияға йәки йорт хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Быяла менән ҡаплау төҙөлөш һәм янғын кодексы нормаларына тап килергә тейеш – тейешле проект һәм документацияның булыуы мөһим.

Материалдар һәм конструкциялар хәүефһеҙлек һәм йылылыҡ изоляцияһы стандарттарына тап килергә тейеш. Ә быяла менән эш итеүҙе профессиональ төҙөүселәргә ышанып тапшырырға һәм хәүефһеҙлек стандарттары буйынса эшләргә кәрәк.

Законһыҙ рәүештә быяла менән ҡаплау кире эҙемтәләргә килтереүе ихтимал:

– ҡануниәтте боҙған өсөн ҙур штрафтар һәм өҫтәмә сығымдар,
– фатирҙы һатҡанда һатып алыусы яғынан килешеүҙән баш тартыу,
– торлаҡ хужаларына һәм уларҙың күршеләренә хәүеф янауы.

Иғтибар итегеҙ, балкондарҙы быяла менән ҡаплау дөйөм йорт милке тип һаналмай, тимәк, балконды боҙбармаҡ һәм ҡарҙан таҙартыу бурысы милексегә йөкмәтелә. Ҡыйыҡтан боҙ һәм ҡар төшкән осраҡта ла ул яуаплы.

Тулыраҡ мәғлүмәт – Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайтында: https://vk.cc/crR2ml

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: