+9 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
20 Октябрь 2023, 15:14

Балалар карауаты, памперс һәм махсус туҡланыу — сабый тыуыу менән ата-әсәнең сығымдары арта

Һәр ғаилә балаһына яҡшы шарттар тыуҙырһын өсөн әсәлек капиталы бар.

Уны түбәндәгеләргә тотонорға мөмкин:

торлаҡ шарттарын яҡшыртыу — мәҫәлән, фатир һатып алыу йәки йорт төҙөү. Быны нисек эшләргә — мәғлүмәт ошонда

балаға белем биреү — мәҫәлән, балалар баҡсаһы йәки юғары уҡыу йорто,

әсәйҙең тупланма пенсияһы,

инвалид балаға йәмғиәткә яраҡлашырға ярҙам иткән тауарҙар һәм хеҙмәттәр,

әгәр ғаиләнең килеме һәр ғаилә ағзаһына төбәктәге йәшәү минимумының ике күләменән артмаһа, өс йәшкә тиклемге сабыйға айлыҡ түләүгә.

Үҙегеҙгә кәрәклеһен һайлағыҙ йәки аҡсаны бүлегеҙ. Мәҫәлән, бер өлөшөн — уҡыуға, ә икенсеһен ипотека буйынса тәүге иғәнә түләү өсөн ҡалдырырға мөмкин.

Шулай уҡ түбәндәге мәғлүмәтте уҡығыҙ:

Әсәлек капиталының күпме ҡалғанын нисек белергә?

Әсәлек капиталы нисек индексациялана?

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: