Республика Ауыл хужалығы министрлығы тармаҡты квалификациялы белгестәр менән тәьмин итеү маҡсатында эш биреүселәрҙең сығымдарының 90 процентҡа тиклемен ҡаплай.
Субсидия биреү шарттары - министрлыҡ менән ғариза биреүсе араһында килешеү, конкурс нигеҙендә һайлап алыу критерийҙарына һәм талаптарына тап килеү, шулай уҡ ғариза тапшырыуҙағы сират.
Документтар пакеты:
• иҫәп белешмәһе, йыл эсендәге финанс һөҙөмтәләре тураһында отчет күсермәһе, ЕГРЮЛ йәки ЕГРИП белешмәһе, студент уҡыған уҡыу йортоноң белем биреү эшмәкәрлеген ғәмәлгә ашырыуға лицензия күсермәһе;
• ғариза биреүсенең Федераль һалым хеҙмәте алдында бурысы булмауы хаҡында белешмә, республика ҡаҙнаһына субсидияларҙы кире ҡайтарыу йәһәтенән ваҡытында түләнмәгән бурысы булмауы тураһында белешмә;
• квалификацияһыҙ кешеләр реестрында мәғлүмәттәр булмау тураһында һалым органынан белешмә, эш ваҡытын иҫәпләү табеленән күсермә, түләү ведомосынан күсермә, практика үтеү тураһында килешеү күсермәһе һәм башҡа документтар.
👉 Тулы исемлек, ғариза биреүсегә талаптар һәм дәүләт ярҙамын алыу шарттары - Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында: https://vk.cc/crC43B. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығында һайлап алыуҙа ҡатнашыу өсөн ғариза бирергә мөмкин. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 218-05-44.
✔Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы булышлығында бизнесҡа бөтә ярҙам саралары INVESTRB.RU порталында тупланған.
#Бизнес
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан