+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
8 Февраль 2021, 11:10

АФАРИН, ҠАРИҘЕЛДӘР!

Белеүегеҙсә, Балыҡсы ырыуы вариҫтары Асҡын районынан тыш, Ҡариҙел районының Иҫке һәм Яңы Муллаҡай, Түбәнге һәм Үрге Балмазы, Бағаҙы ауылдарында йәшәй.

Шуға ла бөгөн Асҡын районы Урмияҙ ауылы мәҙәниәт йортонда үткән Балыҡсы ырыуы йыйынында Ҡариҙел районында йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә әүҙем ҡатнашты.
Ҡариҙел районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Камил Аснаф улы Солтанов етәкселегендәге делегация составында Балмазы ауылынан БР-ҙың мәғариф отличнигы, тыуған яҡты өйрәнеүсе Фидаил Әбелғаян улы Сафин, Ратмир Фәтих улы Нуретдинов,Түбәнге Балмазынан Хәмиҙә Ғәбделфаяз ҡыҙы Дәүләтгәрәева, Бағаҙынан Зөһрә Сәғиҙулла ҡыҙы Әйүпова, Яңы Муллаҡайҙан Мәүзинә Ғәлимйән ҡыҙы Ғайсина, Әдғиә Йәүҙәт ҡыҙы Фәйзелхакова, Дамир Фәүзәт улы Солтанов, Ҡариҙелдән Люция Әмерйән ҡыҙы Ғәлиханова, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Регина Нәғим ҡыҙы Хәйҙәршина килгәйне.
Ҡариҙелдәр үҙҙәре менән бик матур итеп таныштырып, бай күргәҙмә материалдары тураһында ла һөйләне. Билдәле краевед һәм бер нисә шиғри йыйынтыҡ авторы булған Фидаил Әбелғаян улы нәҫел шәжәрәһе менән дә таныштырҙы һәм сараның фәнни-ғәмәли өлөшөндә “Балыҡсы тигән атлы, башҡорт затлы ырыуҙанбыҙ” тигән темаға сығыш яһаны.
Ул балыҡсы этнонимына бәйле үҙенең вариантын еткерҙе һәм Балмазы ауылы тарихы тураһында бәйән итте.
Район Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Ратмир Нуретдинов музыкаль сәләмен дә еткерҙе.
Балыҡсы ырыуы советына ла ҡариҙелдәр үҙ делегаттарын тәҡдим итте.
Наилә Имаева.
Источник информации и фото: https://askinskajanov-b.rbsmi.ru/news/Afarin--ari-eld-r-665729/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=165290375
Читайте нас: