Быйыл ҡарҙың күп яуыуы, көндәрҙең әле булһа һалҡын тороуы яҙғы ташҡындың бер аҙ һуңлап килеүен хәбәр итһә лә, тынысланырға ярамай. Кинәт ҡояштың ҡыҙҙырыуы, яҙғы ташҡындың ҡапыл күтәрелеүен дә оноторға ярамай. Хәйбулла районы территорияһында ике ҙур, һигеҙ бәләкәй йылға, 18 күл һәм һыуһаҡлағыстар бар. Йыл һайын Таналыҡ һәм Һаҡмар йылғалары ҡайһы бер ауылдарға һыу баҫыу ҡурҡынысын да тыуҙыра. Районда өсөнсө класс хәүефле ике ҙур гидротехник ҡоролма иҫәпләнә. Улар Аҡъяр һәм Таналыҡ һыуһаҡлағыстары. Өҫтәүенә Хәйбулла һәм Йылайыр райондары сигендә Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысы бар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуған осраҡта улар етди хәүеф тыуҙыра.
Имитацияланған күнекмәләр Аҡъяр һыуһаҡлағысында үтте. Сценарий буйынса район үҙәген Таналыҡ йылғаһындағы дамбаның йырылып китеүе сәбәпле һыу баҫыуға бәйле ғәҙәттән тыш хәл күрһәтелде. Шартлы ғәҙәттән тыш хәлде яйға һалыу буйынса төрлө хеҙмәттәр араһында берҙәм эш башҡарылды. Шулай уҡ Урал аръяғы зонаһы буйынса гидротехник ҡоролмаларҙың әҙерлеге тикшерелде, тиҙҙән боҙ тығымдарын булдырмау маҡсатында боҙ шартлатыу эштәре лә башланасаҡ.
Хәйбулла районында яҙғы ташҡынға әҙерлек буйынса етди эштәр алып барыла, һыу баҫыу хәүефен булдырмау маҡсатында бар хеҙмәттәр ҙә булдырылған һәм улар һәр саҡ юғары әҙерлектә.
Шулай уҡ йылға-күл буйҙарында ултырған ауыл халҡына ла һыу ташыу ихтималлығын инҡар итмәҫкә, алдан уҡ әҙерлек эштәрен башлау талап ителә. Һаҡланғанды һаҡлармын, тигәнде беребеҙ ҙә оноторға тейеш түгелбеҙ.
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.