+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Сентябрь 2020, 11:00

Ҡурған өлкәһендә оҫталыҡ дәрестәрендә башҡорт милли уйын ҡоралдары менән таныштыралар

Ҡурған өлкәһендә оҫталыҡ дәрестәре менән бер нисә майҙансыҡ эшләйәсәк.

Сафакүлдә, шулай уҡ, вокал һәм хореография буйынса мастер-кластар үтә. Бер нисә көн эсендә билдәле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙар көтә.
«Беҙгә Урал аръяғына Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Зилиә Бәхтиева, Азамат Кәримов килде. Башҡортостан Республикаһы менән мәҙәни өлкәлә хеҙмәттәшлегебеҙ уңышлы дауам итә. Бөгөн Башҡортостандан коллегаларыбыҙ менән Сафакүл районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Булат Мөжәһитов ҡатнашлығында эшлекле һөйләшеү уҙҙы»,— ти Зинфира Закурдаева.
Йырсы, оҙон көйҙәр башҡарыусы Зилиә Бәхтиева халыҡ йырҙарын өйрәтә, "Һылыуҡай"ҙа ҡатнашасаҡ ҡыҙҙарҙы конкурсҡа әҙерләй. Хореограф Азамат Кәримов оҫталыҡ дәрестәрендә башҡорт бейеүҙәренең матурлығы менән таныштыра.
Источник информации и фото: https://kurultai.ru/ba/content/1372-igrat-na-bashkirskih-narodnyh-instrumentah-uchat-na-master-klassah-v-kurganskoj-oblasti/
Читайте нас: